Республикала юл төҙөлөшө тармағында күләмле проект тормошҡа ашырыла. М12 федераль трассаһының бер өлөшө буласаҡ юл 5 ауылды урап үтәсәк. Республикабыҙҙың 3 районы аша үткән юл төҙөлөшө тураһында тулыраҡ.
Яңы трасса төҙөлөшө өсөн ҡуйылған күсмә асфальт-бетон заводтары сәғәт һайын 170 тонна ҡайнар асфальт етештереп оҙата. М-12 федераль юлын төҙөү өсөн ошондай 4 комплекс ҡуйылған. Беренсе завод үткән йылда ғына эшен башлай.
Күләмле төҙөлөштөң һәр этабын белгестәр даими рәүештә тикшереп бара, асфальт ҡатнашмаһының да был юл өсөн оптималь булған составын һайлай улар. Ҡулланылған материалдарҙың сифатын контролдә тотоу өсөн юл-төҙөлөш лабораторияһы ҡуйылған.
Мәскәү-Ҡазан-Ырымбур-Төмән юғары тиҙлекле трассаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса төҙөлә. Тәүҙә ул Башҡортостанды урап үтергә тейеш булған.
Әлеге көндә М-7 трассаһының бер өлөш булып торған юл Илеш районының Исәмәт, Үрге Йәркәй, Ишҡар, Лаяшты, Дүртөйлө районының Әсән ауылдары эсенән үтә. Был урындағы халыҡҡа ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Сикһеҙ автомобилдәр ағымы арҡаһында күңелһеҙ осраҡтар ҙа йыш булып тора.
Ауыл халҡы менән килешмәүе мөмкин түгел, ауыр йөклө машиналар үткән саҡта юл эргәһендә баҫып торорлоҡ та түгел. Шуға яңы юл асылыуын был ауылдарҙа йәшәгән халыҡ түҙемһеҙлек менән көтә.
4 һыҙыҡлы юғары тиҙлекле юл төҙөлөшөнөң әле сираттағы этабы. Эшселәр асфальт япмаһының 13 сантиметр ҡалынлыҡтағы беренсе ҡатын йәйгән.
М12 трассаһының Башҡортостан аша үткән 65 километрлыҡ өлөшөндә эштәрҙе йыл аҙағына тамамлау күҙаллана.