Радик Динәхмәтов МХО-ға ярҙамға 3 миллион аҡсаһын бирә

Радик Динәхмәтов МХО-ға ярҙамға 3 миллион аҡсаһын бирә

“Әсән” хәрби ҡушаматлы яугир, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтәсәк. Ошо турала Радик Динәхмәтов “Рәсәй Башҡортостан радиоһының” “Иғтибар үҙәгендә” тапшырыуында белдерҙе.

Медицина ротаһында хеҙмәт итеүсе Радик Динәхмәтов яраланғандан һуң Башҡортостанға әле ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. Билдәле артист Оборона министрлығынан бүленгән компенсация – 3 миллион һум аҡсаһын яуҙаштарына ярҙамға бүлергә ҡарар иткән. Был сумманы ул пилотһыҙ осоу аппараттарын һатып алыуға, шулай уҡ Бишбүләк, Дүртөйлө райондарында маскировка селтәре бәйләү менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә туҡыма өсөн түләүгә тотонасаҡ. Радик Динәхмәтов Рәсәй оборона министрлығы менән уҙған йылда контракт төҙөнө.