Баш ҡалалағы беренсе ярым йәйәүлеләр урамының бер өлөшө йәй аҙағына әҙер буласаҡ. Ремонт водителдәр өсөн дә, урындағы халыҡҡа ла күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, әммә эштәр графикка ярашлы алып барыла.
1911-се йылда һалынған һыу торбалары таушалған, уларҙы алыштырырға кәрәк. Әммә яңыларын башҡа урынға күсерерлек урын юҡ, урам тар һәм борондан йыйылған коммуникациялар етерлек. Төҙөүселәргә иҫке торбаларҙы онтап урынына яңыһын һалырға тура килә
Төҙөлөш ваҡытына ваҡытлыса торба ебәрелгән, ул эргә тирәләге йорт-биналарҙы эсәр һыу менән тәьмин итә. Торбалар ғына түгел, ә төрлө электр һәм бәйләнеш сымдары ла ер аҫтында ҡала. Былар барыһы ла “Таҙа күк” тип аталған ҡала проекты сиктәрендә эшләнә, йәғни бағаналар алып ташлана. Маҡсаты- ҡала мөхитен эстетик яҡтан да һәм халыҡ өсөн уңайлы итеүҙә.
Күк йөҙө киңәйә, ә бына юл өлөшө киреһенсә, ете метрға тиклем тараясаҡ. Был йәйәүлеләргә юлды иркенәйтеү маҡсатында эшләнә.
Октябрь революцияһы урамыдығы ремонттың төп үҙенсәлеге- һаҡсыл эш итеүҙә. Сөнки бында мәҙәни мираҫ объекттары күпләп урынлашҡан. Шуға ла ҡайһы бер эштәр өҫтәмә ваҡыт талап итә.
Ваҡыт ҡына түгел, өҫтәмә көс тә талап итә. Ауыр техника юл тапҡырын ғына ҡаҙһа, өйҙәр янында көрәк менән эшләргә тура килә. Реконструкция урындағы халыҡҡа ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Октябрь революцияһы урамындағы реконструкция 2026 йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ә Ленин урамынан Цюрупаға тиклемге участала эштәрҙе ҡаланың юбилей тантанаһына тиклем йәғни август аҙағында тулыһынса тамамлау планлаштырылған.