Өфө урамдарына велопатрулдәр сыға

Өфө урамдарына велопатрулдәр сыға

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең “Велоэкипаждар – ҡаланың күҙҙәре һәм ҡолаҡтары” тип аталған проекты пилот рәүешендә Өфөлә генә тормошҡа ашырыла. Ошондай тәжрибә тик илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә генә бар.

Хәҙер көн һайын йәйен Өфө урамдарына велосипедлы экипаждар сыға. Әлегә ошондай ике генә патруль бар. Төп маҡсаты – ҡала урамдарында халыҡтың именлеген һәм уңайлығын тәьмин итеү. Йәғни, был вәкилдәр әлегә велосипедта, самокатта йөрөгән кешеләрҙең, йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуын күҙәтә генә һәм ошо хаҡта иҫкәртә.

Велоэкипаждар халыҡҡа ярҙам да итәсәк, тип көтөлә. Авария күреү менән улар инспекторҙар һәм ашығыс ярҙам машинаһы саҡыртасаҡ. Ә имгәнгән кешеләргә аптечка менән беренсе ярҙам күрһәтеп, эҫелә иҫтәрен юғалтҡандарға һыу бирергә тейеш буласаҡ.

Ошондай проектты тормошҡа ашырыу ҡала инфраструктураһын яҡшыртырға һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһының да именлеген тәьмин итергә ярҙам итәсәк, тип күҙаллана.

Велоэкипаждар күберәген йәй миҙгелендә эшләйәсәк һәм уларҙың һанын 20-гә еткереү көтөлә. Экипаж ағзаларының вәкәләттәрен дә арттырыу планлаштырыла. Мәҫәлән, эшләмәгән светофор, йә тейешле урынға юл билдәләрен ҡуйыу хаҡында хәбәр итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект әле һынау ғына үтә.