Башҡортостанда балалар һауыҡтырыу лагерҙары ял миҙгелен асырға әҙерләнә

Башҡортостанда балалар һауыҡтырыу лагерҙары ял миҙгелен асырға әҙерләнә

Быйыл республика биләмәһендә 1700-ҙән ашыу һауыҡтырыу һәм ял лагеры эшләйәсәк. Улар йәй дауамында 500 мең баланы ҡабул итергә әҙерләнә.

Аҡсарлаҡ балалар һауыҡтырыу лагерында эш ҡайнай. Смена тәрбиәселәре бүлмәләрҙе балалар килеүенә әҙерләй. Барыһы ла йәштәр, күҙҙәре янып тора. Софья Сергеева мәҫәлән, Аграр университеты студенты. Үҙе моделинг менән дә ҡыҙыҡһына. Мәскәү подиумдарында сығыш яһаған ҡыҙ лагерҙың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Сәбәбе ябай — һылыу балалар ярата.

Әҙерлек юғары кимәлдә бара. Байтаҡ төҙөкләндереү эштәре йыл дауамында башҡарылған. Федераль программа сиктәрендә яңы корпус төҙөлгән, башҡаларында ремонт эшләнгән, бүлмәләр буятылған, шкаф, карауаттар, йоҡо кәрәк-яраҡтары, аш-һыу бүлмәһе тулыһынса яңыртылған. Төп иғтибар балалар хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән.

Был бүлмә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн әҙерләнгән. Бында уларға бөтә шарттар ҙа булдырылған. Коляска үтә алһын өсөн ишектәр киңерәк эшләнгән, йыуыныу бүлмәһендә тотонорлоҡ ҡоролмалар ҡуйылған һәм иң мөһиме һәр карауат эргәһендә тәрбиәселәрҙе саҡырырға тип махсус кнопка беркетелгән.

Әйткәндәй, Аҡсарлаҡ лагеры быйыл республикала беренселәрҙән булып мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡабул итәсәк. Улар өсөн 5 көнлөк смена эшләйәсәк. Аталары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан балалар өсөн дә айырым смена ҡаралған.

Балаларға һаулыҡтарын нығытып, һәләттәрен асып, онотолмаҫ ял ойоштороуҙың бөтә серҙәрен дә яҡшы белә тәрбиәселәр. Программаны ла ла ошонан сығып төҙөгән.

Республика лагерҙары төрлө йүнәлештә эшләйәсәк. Әммә хәрби патриотик тема һәр ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһы программаһына индерелгән. Балалар һауыҡтырыу лагерҙарына тәрбиәселәрҙе әҙерләүсе Өфө фән һәм технологиялар университеты лә патриотик темаға айырым иғтибар бүлә. Быйыл улар тәрбиәселәр әҙерләүгә дәүләт грантын отҡан.

Республика лагерҙарына юллама хаҡы буйынса ташламалар ҡаралған. Ата-әсәләр юлламаның бер өлөшөн генә түләйәсәк, ҡалғанын ләүләт үҙ өҫтөнә ала.

Быйыл республика биләмәһенә ҡараған 1700-ҙән ашыу һауыҡтырыу һәм ял лагеры эшләйәсәк. Улар йәй дауамында 500 мең баланы ҡабул итәсәк.