Музыка донъяһында оло әһәмиәткә эйә сараны баш ҡала икенсегә ҡабул итте. Ул бөтә Рәсәй буйлап бара һәм бер майҙанда төрлө йәштәге музыканттарҙы берләштерә. Йәш йондоҙҙар һәм танылған артистар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республиканың Дәүләт академия симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһаны.
Сәхнәлә Великобританиянан йәш пианист, 23 йәшлек Джордж Харлионо. Егет тәүге секундтарҙан уҡ тамашасыларҙы Петр Чайковскийҙың фортепиано һәм оркестр өсөн 1-се концерты менән арбаны.
Джордж музыкала сабый сағынан. 9 йәшендә үк уны яңғыҙ концерты менән сығыш яһарға саҡыралар. Шунан алып егет Великобритания, Америка, Европа, Азия сәхнәләрендә даими ҡунаҡ.
Быйыл фестиваль классик музыка донъяһының ҙур ваҡиғаларының береһе — Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаттарына арналды. Фестивалдә ҡатнашыусылар, улар рәтендә Джорд Харлионо ла, Денис Мацуев үҙе лә, төрлө йылдарҙа был Чайковский конкурсы еңеүсеһе һәм лауреаттары исемен алыусылар. Шуға күрә лә бөйөк композитор әҫәрҙәре фестиваль программаһының төп өлөшөн алып тора.
Денис Мацуев етәкселегендәге музыкаль фестиваль бер сәхнәлә танылған мэтрҙарҙы һәм ижад юлында яңы балҡыған йәш йондоҙҙарҙы берләштерҙе.
Фестивалдең тәүге көнөндә Денис Мацуев Башҡортостандың дәүләт оркестры менән берлектә Сергей Прокофьевтың фортепиано һәм оркестр өсөн 2-се соль минор концертын башҡарҙы.
Дәүләт академия симфоник оркестры менән Денис Мацуевты ныҡлы ижади дуҫлыҡ бәйләй. Был хеҙмәттәшлек 2021 йылда Өфөлә үткән хәйриә концертында башланғайны. Аҙаҡ музыканттар Мәскәү филармонияһының 101-се миҙгелен асыуҙа ҡатнашты, ә быйыл апрелдә Мәскәү консерваторияһы Ҙур залында һәм Мариин театры Концерт залында бергә сығыш яһаны. Беҙҙең баш ҡала менән дә күренекле пианист хушлашырға йыйынмай. Рәсәйҙең халыҡ артисының яңы ижади ниәттәре бар.
Был концерт миҙгелендә фестиваль Өфөнән тыш тағы ла Улан-Удэ, Новосибирск, Барнаул һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында үтә. Ә Өфө тамашасыһы өсөн концерттар 31 майға тиклем дауам итә.