Баш ҡалала мутлашыусылар 500 мең һумлыҡ ялған аҡса таратҡан

Тулыраҡ: Баш ҡалала мутлашыусылар 500 мең һумлыҡ ялған аҡса таратҡан

Баш ҡалала мутлашыусылар 500 мең һумлыҡ ялған аҡса таратҡан.

Енәйәт эше хәҙер судҡа тапшырылған. Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, июнь айында өс кеше Мәскәүҙә 5 мең һумлыҡ ялған купюралар һатып алған һәм Башҡортостанға ҡайтҡан. Ялған аҡса менән улар магазиндарҙа һәм дарыуханаларҙа иҫәпләшкән. Барлығы мутлашыусылар 5 мең һумлыҡ 99 купюраны алыштырырға өлгәшкән. Сауҙа селтәрҙәренә 495 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. Енәйәтсел төркөмдө видеокамералар яҙмаһы һәм бармаҡ эҙҙәре буйынса асыҡлағандар. Өс кешенең икәүһе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған.