Башҡортостанда быйыл юлдарҙы тәртипкә килтереүгә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Ошо турала Республика Хөкүмәте вице-премьеры Ильяс Мөниров белдерҙе. Төбәк һәм район-ара трассаларҙы ремонтлауға 8 миллиард 700 миллион, ә урындағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә 6 миллиард 600 миллион һум йүнәлтелгән. Быйыл республикала 53 километр юлдар һалынған, 800 саҡрымында тәртипкә килтерелгән, 50 күпер сафҡа индерелгән. Әйткәндәй, Башҡортостан автомобиль юлдары оҙонлоғы буйынса Рәсәйҙә беренсе урында килә.