Башҡортостан Башлығын һайлау 3 көн дауам итәсәк

Башҡортостан Башлығын һайлау 3 көн дауам итәсәк

Был турала республика менән идара итеү үҙгәнедә үткән Оператив кәңәшмәлә иғлан ителде. Сентябрҙә уҙасаҡ сәйәси кампанияла ауыл-ҡала Советтарына ла депутаттар һайлана. Исемлектә мотлаҡ хәрбиҙәр булырға тейеш тиелде. Былар хаҡында тулыраҡ Ғәлимйән Ибәтуллин яҙерләгән сюжетта.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған дүшәмбе кәңәшмәһенең үҙ тәртибе бар. Тап ошо ултырышта аҙна дауамында башҡарылған төп эштәргә баһа бирелеп, хәл ителәһе мәсьәләләргә аныҡлыҡ индерелә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, субьектта пробация, йәғни, яраҡлаштырыу тигән федераль проектты бойомға ашырыуға иғтибарҙы арттырыу кәрәк. Уның сәбәбе лә бар. Май аҙағында Башҡортостан етәксеһе Өфөләге туғыҙынсы колонияла булып, ундағы шарттар менән танышҡайны. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, тормошта яңылышлыҡ яһағандарға ла ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа колонияларҙан иреккә сығарылған 136 кешенең артабан йәшәргә урыны юҡ.

Башҡортостан шулай уҡ интеллектуаль форум  — “Китап байрам” һөҙөмтәләрен иғлан итә. Май аҙағында уҙған сараға 173 мең кеше килеп, 73 мең дана китап һатылған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, “Китап байрам” уның шәхсән күҙәтеүенә алынған форум. Әммә, ул үҙенең сиктәрен киңәйтергә тейеш.

Башҡортостан алдында торған йәнә бер бурыс, хәҙер иһә халыҡ-ара кимәлдәге мәсьәлә тураһында айырым әйтергә кәрәк. Республика башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлеккә иғтибарҙы арттырырға саҡыра. 40 миллион кешеһе булған был дәүләт әле үк Башҡортостандың стратегик партнерҙары исемлегенән. ә республиканың эске сәйәсәтенә килгәндә, башҡортостан сентябрҙәге һайлауҙарға әҙерлекте башлай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, республика башлығы вазифаһына дәүғүә иткән теге йәки был кандидат өсөн тауыш биреү 3 көн барасаҡ.

Сентябрҙә республикала бер-нисә кимәлдә һайлауҙар ҡаралған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡала, район һәм ауыл советтарына вәкилдәр итеп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы күрһәтеүҙе үтенә.

Республика июндең тәүге көнөндә апрелдәге ҙур экология акциялары һөҙөмтәләрен барлай. “Йәшел Башҡортостостан” кампанияһы 57 мең кешене берләштергән. Ә ултыртылған ағас-ҡыуаҡтар һаны тиҫтәләрсә мең. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова әйтеүенсә, сығарылған сүп-сар күләме 162 мең кубометр.

Башҡортостандың ҡулланыусылар баҙарына килгәндә иһә, республика сауҙа системаһында үҙгәрештәр ыңғай яҡҡа. Ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу күләме ярты йылда 800 миллиард һумға яҡынлашҡан. Әммә, бөгөн ошо тармаҡта икенсе проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, “Һөт кухняһы”.

Дүшәмбеләге кәңәшмәлә ял парктарындағы аттракциондар хәле, баҡсасыларҙың тауарҙарын һатыуға бәйле мәсьәләләр ҙә ҡаралды