Баҡсасылар юлһыҙ интегә

Баҡсасылар юлһыҙ интегә

Киров районына ҡараған 15 баҡса ширҡәте һәм Түбәнге Дудкино ауылы халҡы ярҙам һорай. Унда илткән юл ҡурҡыныс хәлдә. Документ буйынса ике йыл элек кенә төҙөкләндерелгән. Ғәмәлдә иһә, юлдың торошо яҡшырманы, киреһенсә, насарайҙы ғына, тип зарлана урындағы халыҡ. Хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова юл торошон күҙәтеп урындағы халыҡ фекерен белеште.

Андрей Стрельцов иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем “Зеленый мыс” ширҡәтендә йәшәй. Көн дә эш буйынса Өфөгә йөрөй. Йортонан оло юлға сығыу үҙе бер һынау водителгә. Сәбәбе – юлдар торошо.

Урыны менән тау ташы һибелгән соҡор-саҡырлы юл оҙонлоғо 4 саҡрым. 15 баҡса ширҡәтен һәм Түбәнге Дудкино ауылын тоташтырған был арауыҡты көн һайын меңәрләгән кеше үтә.

2022 йылда республика бюджетынан баҡса ширҡәттәренә илткән юлдарҙы төҙөкләндереүгә 50 млн һум аҡса бүленгәйне. Исемлеккә ошо юл да инә. Бер –нисә ай эсендә Дудкино ауылынан “Зеленый мыс” ширҡәтенә тиклем эре тау ташы түшәйҙәр, ҡалған өлөшөн тигеҙләп кенә сығалар. Бынан һуң юл киреһенсә насарайҙы ғына ти баҡса ширҡәттәрендә йәшәүселәр.

“Зеленый мыс” ширҡәтендә медицина пункты, магазиндар юҡ. Оло юлға сығыр өсөн 3 саҡрымдан ашыу арауыҡ үтергә кәрәк. Элек көнөнә бер тапҡыр булһа ла, маршрут автобусы йөрөгән, хәҙер хатта таксистар ҙа бында килеп ете-ҙән баш тарта. Оператив хәҙмәттәр, ашығыс ярҙам машиналары тураһында әйтеп тә тораһы түгел, ти баҡсасылар.

Халыҡ тамам төшөнкөлөккә бирелгән. “Зеленый мыс” ширҡәтендә йәшәгән билдәле хоккейсы Андрей Василевский ғәҙелһеҙлеккә хайран ҡала. Урындағы хакимиәт ярҙамына өмөт һүнде ти ул. Ярҙам һорап тапалмаған тупһалары ла ҡалмаған.

Йәнә бер бәлә — ҡалаға илткән юлдағы күпер ярым емерек хәлдә. Ҡырсынташ ташыған ваҡытта ҙур йөклө машиналар арҡаһында торба ярылған. Был күпергә хакимиәт вәкилдәре яҡын арала иғтибар итмәһә, бәлә көт, тип борсола әүҙемселәр.

Район хакимиәте иһә, Түбәнге Дудкино ауылына илткән юлды төҙөкләндереү смета буйынса башҡарылды һәм тейешле комиссия тарафынан ҡабул ителде тип белдерә. Аныҡлыҡ индерер өсөн беҙ ҙә белгес менән юлдың торошон барып тикшерҙек.

“Зеленый мыс” ширҡәте баҡсасылары исем өсөн генә эшләнгән юлдан ҡәнәғәт түгел. Урындағы идаралыҡ менән уртаҡ һүҙгә килеп, мәсьәлә хәл ителмәһә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә уйлай баҡсасылар.