Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләү тамамлана

Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләү тамамлана

40 көн дауамында республика һыу ятҡылыҡтарынада ыуылдырыҡ сәсеү осорона бәйле махсус режим ғәмәлдә булды. Шуға ҡарамаҫтан браконьерҙар законды боҙоуҙан баш тартмай.

Табан балығына йәшәргә яҙған, ул ҡотҡарылды. Ыуылдырыҡ ваҡытында балыҡтар ғәҙәттә яр эргәһендә һыу төбөнә йә үлән араһына төшәләр, тап шунда енәйәтселәр үҙҙәренең ауҙарын ҡуя ла инде. Башлыса браконьерҙар төнөн һунарға сыға.

Онотолоп ҡалған ауҙар арҡаһында ғына бихисап балыҡ, ҡыҫала һәм башҡа һыуҙа йәшәүселәр юҡҡа сыға. Был хәлде булдырмаҫ өсөн нспекторҙар “бесәй” исемле ҡулайлама менән эш итә, уның ярҙамында тиҫтәләгән балыҡ тотоу ҡоралдарын йыйған улар.

Әлеге ваҡытта республикала ыуылдырыҡ сәскән ваҡытҡа бәйле айырым сикләүҙәр ғәмәлдә. 2 ҡармаҡлы ҡыуалдан башҡа балыҡ тотоу ҡорладарын ҡулланыу тыйыла. Тағы бер мөһим талап әлегә тик ярҙан ғына ҡармаҡларға рөхсәт ителә.

Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта кәмәнән ҡармаҡлау бөтөнләй тыйылған. Шуға ла Рыбнадзор инспекторҙары йылғалар буйлап даими рейд уҙғара. Көнөнә яҡынса 30 километр саҡрым үтә улар.

Тәжрибәле балыҡсылар сикләүҙәр хаҡында хәбәрҙар һәм уларҙың ни өсөн индерелгәнен дә яҡшы аңлай.

Рыбнадзор инспекторҙарына төрлө йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем ярҙамлаша.

Балыҡ тотоу — күңел йыуатыу сараһы ғына түгел. Уның да үҙ ҡағиҙәләре бар. Тәбиғәтебеҙҙең, йылға-һыуҙарыбыҙҙың именлеген һаҡла, киләсәккә ҡалдырыу һәр беребеҙҙең бурысы.