11-се тапҡыр уҙғарылған Бөтә Рәсәй конференцияһының төбәк этабында 7 йәштән 18 йәшкәсә һәләтле уҡыусылар ҡатнашты. Улар үҙҙәре уйлап тапҡан асыштары менән таныштырҙы. Тулыраҡ Гүзәл Батыраева сюжетында.
Рушан Ризуанов өсөнсө класс уҡыусыһы. Йәш уйлап табыусы радио-электроника, техника менән ике йәштән үк ҡыҙыҡһына башлаған. Улымдың киләсәге лә яңы, заманса ҡоролмалар уйлап табыу менән бәйле булырына шикләнмәйем, ти Рушандың атаһы.
Йәш таланттар иҫәбендә: алтынсы класс уҡыусыһы Илдар Таипов менән һигеҙенсе класс уҡыусыһы Раил Ғүмәров та бар. Йәш уйлап табыусыларҙың икеһе лә республика технопаркында шөғөлләнә.
Гидрогель шарҙары, арбизалар менән атыусы роботты Раил Ғүмәров уйлап тапҡан. Раил яу алып барыу өсөн робот эшләһә, Илдар мина эҙләүсенең прототибын йыйған. Был роботтарҙы эшләү өсөн бер йылға яҡын ваҡыт киткән. Шулай ҙа балалар бирешмәйенсә һөҙөмтәгә тиклем барып етте, ти йәш уйлап табыусыларҙың етәкселәре.
Йәш конструкторҙар йыйған ҡоролмалар араһында ниндәйе генә юҡ... Ауыл хужалығы өсөн әҙерләнгәне айырыуса иғтибарға лайыҡ. Бына был ҡоролма ауыл халҡы өсөн ҡыҙыҡлы булыр..... ул түтәлдәрҙе утау өсөн уйлап сығарылған... Робот сүп үләндәрен япраҡтары буйынса айыра белә....
Конференцияның маҡсаты – фән һәм техника өлкәһендә балаларҙың һәм йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен асыу, балаларҙы реаль технологик бурыстарҙы хәл итеүгә ылыҡтырыу, ти ойоштороусылар.
«Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» проекты йылдан йыл киңәйә, ҡатнашыусылар һаны ла арта. Һайлап алыу этабында еңеүселәр һәм уларҙың остаздары 13 сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк финалға юллама ала.