Башҡортостанда Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре үтә

Тулыраҡ: Башҡортостанда Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре үтә

Башҡортостанда Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре үтә.

Быйыл күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсенең тыуыуына 185 йыл тула. Тантаналы саралар Мифтахетдин Аҡмулла исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында башланды. Программаға ярашлы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге вәкилдәре менән ижади осрашыу, һынлы сәнғәт күргҙәмәһен асыу, “Оҫталар ҡаласығы” тигән дәрестәр үткәреү, төрки халыҡтары шиғриәте фестивале һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар ҡаралған.Ә бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетында журналист премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Университеттың фәнни эш буйынса проректоры Людмила Әмирова әйтеүенсә, журналистар менән хеҙмәттәшлек мәғариф өлкәһендәге хәл итер мәсьәләләрҙе генә түгел, белем биреү даирәһендәге ҡаҙаныштарҙы ла уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә. Уҡытыусыларҙың алдынғы идеяларын киң танытыу, заман талабынса белем биреүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе йәмәғәт хөкөмөнә сығарыуға тырышлығын һалған хеҙмәттәштәребеҙ халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе исемендәге премияға лайыҡ.