Башҡорт дәүләт филармонияһында Уйна, моңло гармун республика конкурсы үтә.
Сара мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан башлығы гранты проекты сиктәрендә ойошторола. Программала башҡорт, татар, рус һәм төбәктә йәшәүсе башҡа милләттәрҙең көй-моңдары ҡаралған. Конкурста бөтә район-ҡалаларҙан һәүәҫкәр һәм һөнәри коллективтар ҡатнаша. Уның маҡсаты һөнәри оҫталыҡты арттырыу, гармун уйнаусыларҙың абруйын арттырыу, гармун һәм башҡа музыка инструменттарын популярлаштырыу.