БМО-ның 71-се генераль ассамблеяһында яңы генераль секретарь ант бирҙе. Рәйес Португалияның экс-премьеры Антонио Гутерришҡа биш йылға ошо вазифаға тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр итте. Гуттериш, ҡулын Берләшкән Милләттәр ойошмаһы уставына һалып айырым илдәр түгел, ә ойошма мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә ант биргән.
Европа берлеге илдәре нефть һәм газ өлкәһендә килешеүҙәр төҙөү алдынан еврокомиссия алдында яуап тоторға тейеш. Килешеүҙәр төҙөүҙең яңы ҡағиҙәһен тәүҙә Европа парламенты һуңынан Европа советы хупларға тейеш. Европа парламентында бюрократик был ҡағиҙәнең Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгәнен һәм сәйәси булыуын танығандар.
Италияла ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә роботтар ҙа ҡатнашасаҡ. Был роботтар һәләкәткә тарыған биләмәләргә йөктәр ташыуҙа яңы мөмкинлектәр аса. Улар өсөн кәртәләр юҡ- баҫҡыстар буйлап та күтәрелә, харабалар буйлап та йөрөй алалар.
Һиндостандың көньяғы тропик циклон аҫтында ҡалған. Ут юҡ, мәктәптәр ябылған. Халыҡ эвакуацияланған. Елдең көсө сәҙәтенә 120 саҡырымға етә.
Криштиану Роналду 2016 йылдың иң яҡшы футболсыһы. Уға “Алтын туп” тапшырылды. Был уңыштарға ирешергә уға Чемпиондар лигаһындағы һәм Европа чемпионатындағы еңеүһәр ярҙам иткән.