Радий Хәбиров сентябрь айында үтәсәк Башҡортостан Башлығын һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй" партияһынан ҡатнашасаҡ. Был турала сәйәси фирҡәнең төбәк бүлексәһе ултырышында билдәле булды. Делегаттарҙың күпселеге Радий Хәбиров кандидатураһы өсөн үҙ тауышын бирҙе.
Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ ирекмән хәрбиҙәр һәм мобилизацияланған һалдаттарҙы онотмай. Республиканан оҙатылған һәм хәҙер иҫәп буйынса 127-се гуманитар конвой ошоға асыҡ миҫал. Радий Хәбировтың тәҡдиме лә бар. Гуманитар йөк ташыуҙа 50 һәм унан да күберәк тапҡыр ҡатнашыусы водителдәргә “Шайморатов” миҙалдарын тапшырыу. Радий Хәбиров яҡташтарға ярҙам тураһында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең беренсел ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуы барышында айырым белдерҙе. “Өфө Аренала” уҙған был сараға республика ҡала-райондарынан 4 меңдән ашыу делегат саҡырылғайны. Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, 5 йыл эсендә республика уның алдында торған һынауҙарҙы уңышлы үткән. КОВИД мәлендә меңәрләгән табип һәм шәфҡәт туташтарының тәүлек әйләнәһенә эшләүе, унан һуң махсус хәрби операция Башҡортостан халҡын берләштереп кенә ҡалманы, ә тағы ла көс өҫтәне.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы һәм уның йомғаҡтары тураһында ла айырым әйтергә кәрәк. Партия Башҡортостан башлығы һайлауҙарына үҙ вәкилен билдәләне. Төп кандидатура – Радий Хәбиров. Уның өсөн конференцияла ҡатншаҡан 194 вәкил тауыш бирҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан алдында бөгөн ҙур бурыстар тора. Улар социаль өлкәнән башлап, республика алдында торған гигант проекттар. Әммә уларҙың барыһын да тик бергәләп, уртаҡ көс менән генә бойомға ашырырға мөмкин.
Радий Хәбировты “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе тарафынан Башҡортостан башлығы һайлауҙарында ҡатнашыу өсөн кандидат итеп күрһәтеү көндәлек талап. Дәүләт Думаһында Башҡортостандан эшләгән депутаттар уртаҡ фекерҙә.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы һәм унда ҡабул ителгән ҡарар партия пландарының стратегик нигеҙҙә ҡоролоуон иҫбатлай. Бары көслө етәксе генә республиканың ышаныслы киләсәген тәьмин итә ала