Республикала законһыҙ таксистарға ҡаршы көрәш көсәйтелә

Республикала законһыҙ таксистарға ҡаршы көрәш көсәйтелә

Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Дмитрий Конош менән осрашты. Яҡтар автомобиль трассаларында һәм тимер юлдарында хәүефһеҙлекте арттырыу, шулай уҡ транспорт хәүефһеҙлеге өлкәһендә ҡануниәтте үтәү хаҡында фекер алышты.

Был мәсьәләгә Башҡортостанда ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне Радий Хәбиров. 2023 йылда, мәҫәлән, төбәк автомобиль юлдарында һәләк булыусылар һаны кәмегән. Бынан тыш, тимер юл инфраструктураһы объекттарындағы хәүефһеҙлеккә һәм легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәшкә ҙур иғтибар бүленә. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Волга буйы транспорт прокуратураһы менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү мөһимлеге айырым әйтелде.