Башҡортостанда йәшелсә ҡиммәтләнә, айырыуса “борщ тупланмаһы”на хаҡ һуңғы аҙналарҙа һиҙелерлек булып артаҡан. Башстат мәғлүмәттәре буйынса йомортҡа, ҡыяр, помидор киреһенсә осһоҙораҡ һатыла. Ҡулланыусылар баҙарында тағы ла ниндәй үҙгәрештәр барлығын беҙҙең хәбәрселәр ҙә асыҡланы.
Ике йылға яҡын хаҡтар бер сама. Башҡа аҙыҡ-түлек менән сағыштырғанда ит ҡиммәтләнгәне юҡ, ти һатыусылар.
Айырым тауарҙарға хаҡ төшөүе күҙәтелһә лә белгестәр йыл дауамында уларҙың йылдам үҫеүен билдәләй. Был ҡайһы бер тауарҙарға ҡулланыусылар ихтыяжының юғары булыуы һәм етештереүселәрҙең сығымдары суммаһының артыуы менән аңлатыла. Ғәҙәттәгесә, сығымдар ҡулланыусылар кеҫәһенән..
Һуңғы аҙнала айырыуса хаҡтар картуф, сөгөлдөр, һуған, кишергә күтәрелгән тигән мәғлүмәт бирә Башстат. Улар 10-12 процентҡа ҡиммәтләнгән. Тимәк , картуфтың килограмы 30 һум булһа, кишер – сөгөлдөр 60 һум тирәһе.
Кибет кәштәләрендә йомортҡа һәм ҡош итенә хаҡтарҙың төшөүе ыңғай күренеш. Әле бер тиҫтәне 79 һумға алырға мөмкин. Йыл башынан йомортҡаның хаҡы -27. ҡош ите -7,5 процентҡа арзанайған. Ә бына шәкәр, он, һөт һәм икмәккә хаҡтар 7-9 процентҡа күтәрелгән.
Әлеге мәлдә күптәрҙе үҙебеҙҙә үҫтерелгән емеш-еләктең буласаҡ хаҡы ҡыҙыҡһындыра. Май айы үтә ҡырыҫ килде. Был уүышта ла, үҙҡиммәтендә лә сағылыуы ихтимал... Шулай ҙа борсолорға урын юҡ, тип тынысландырҙылар ауыл хужалығы министрлығынан.
Дәүләт органдары баҙарға сығарылған емеш-еләктең хаҡы үткән йылдағынан айырылмаясаҡ тип ышандыра. Әммә етештереүсе үҙенең тауарына хаҡты үҙе билдәләгәнен дә иҫтән сығарырға ярамай. Беҙгә уңыштың мул булырына ышанырға ғына ҡала. Тәҡлим күп булһа, хаҡы ла тешләшмәҫ.