Оло Теләк фажиғәһенә - 35 йыл.

Оло Теләк фажиғәһенә - 35 йыл.

4 июндә Башҡортостан, илебеҙ тарихындағы иң оло тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә ала. 1989 йылғы ваҡиғалар тиҫтәләрсә йылдар уҙһа ла ауыр хәтирәләр һаҡлай. Әшә – Оло Тәләк аралығында еңел углеводородтар болото шартлап “Адлер – Новосибирск” һәм “Новосибирск – Адлер” пассажир поездарында барған меңдән ашыу кеше зыян күрә, шуларҙың яртыһы тиерлек тереләй утта янып үлә. Әйткәндәй, ҡорбандар һаны әлегәсә аныҡ ҡына билдәле түгел. Күләмле шартлауҙан һуң янғын башлана. Ике поездың 37 вагонынан етәүһе тулыһынса янып бөткән, 26-һы эстән янған, 11-е, ысҡынып, юлдан ситкә ауған. «Оло Теләк мемориалы” эргәһендә митинг ойошторолдо, фажиғәлә һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар, сәскәләр һалдылар.