Өфө йәнә мәҙәни ваҡиғалар үҙәгендә

Өфө йәнә мәҙәни ваҡиғалар үҙәгендә.

Баш ҡалала Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале бара. Фестивалде Новосибирсктың “Красный факел” театры асты. “Башҡортостан” дәүләт концерт залына бер кем дә инергә ашыҡмай. Бар иғтибар уның алдында барған тамашала.

Өфөгә иң яҡшы спектаклдәре менән илдең 16 коллективы йыйылды. Был фестиваль өсөн ғәҙәти һан. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары, Евгений Мироновтың "Театр башланғыстары" хәйриә фонды, Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында Милләттәр театры ойоштора.

Фестиваль жюриһында режиссер Адольф Шапиро менән Рәсәйҙең халыҡ артисы Ольга Остроумова һәм алдынғы театр тәнҡитселәре. Улар алдында "Ҙур формалағы иң яҡшы спектакль", "Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль", "Иң яҡшы ир-егет роле", "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле", "Өмөт" номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләү бурысы тора.

Фестиваль программаһында конкурстан тыш сығыштар ҙа бар. Тәүгеһе — Новосибирскиҙан «Красный факел» театры актерҙары уйнауында Гоголь поэмаһы геройҙары.

Тамашасылар таныш образдар эҙләр. Мәктәп программаһында карикатура булараҡ күҙ алдына баҫҡан геройҙарҙан сәхнә әҫәрендә режиссер бик һаҡ һәм самалап ҡына төрттөрөп көлә. Юморҙы эләктереп алырға әҙер генә торған тамашасы иһә, киреһенсә, рәхәтләнеп көлдө.

Спектаклдәр 9 июнгә тиклем Өфөнөң биш театрында бара. Фестивалде төрлө йылдарҙа, төрлө ҡалалар ҡабул итте. Быйыл сара үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Өфө тамашасыһы күңелен байыта.