Башҡортостанда медицина колледждары селтәре үҫешә

Башҡортостанда медицина колледждары селтәре үҫешә

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, 2022 йылдан алып Октябрьский, Учалы, Нефтекама һәм Мәсәғүт медицина колледждары һәм филиалдарҙа дауалаусы, шәфҡәт туташтары, акушерлыҡ буйынса белгестәр әҙерләнә. “Яңы йүнәлештәрҙе республиканың сиктәш төбәктәрендә булдырҙыҡ. Был үҙебеҙҙең йәштәр тыуған яғында белем ала алһын өсөн эшләнә. Яңы уҡыу йылында был колледждар 250 абитуриентты ҡабул итергә әҙер”, тип яҙа Радий Хәбиров