Мәшғүллек хеҙмәте 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙарға төрлө һөнәрҙәр буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. Вакансияларҙы ҡайҙа ҡарарға һәм республикала йәйге осорҙа күпме үҫмер эшкә урынлаша?
Марсель каникул ваҡытында, хыялын тормошҡа ашырыуҙы ял итеүҙән өҫтөнөрәк ҡуя. Шуға ла уҡыу йылы тамамланыу менән ул урындағы предприятиеға эшкә төшә.
Эш хаҡында егет танышы аша белеп ҡала һәм шунда уҡ урынлаша. Тәюрибәһе булмағандарға бында өлкәндәр ярҙам итергә әҙер.
Берәүҙәр теләгән әйбер һатып алыу өсөн эшләһә, икенселәр ғаиләһенә ярҙам итеүҙе өҫтөн ҡуя.
Эш ваҡыты иртәнге 9-ҙан киске 5 –кә тиклем. Килемдән тыш һөнәри тәжрибәне арттырыу мөмкинселеге лә бар. Шулай уҡ эштән һуң ял итергә лә ваҡыт ҡала. Күңеллерәк булһын өсөн дуҫтар менән бергәләп урынлаша.
Шишмә элеваторында хәҙерге ваҡытта 15 студент эшләй. Йәйге ваҡытҡа уҡыусыларҙы йәлеп итеү тәжрибәһе һөҙөмтәле ти эш биреүсе. Элеватор директоры әйтеүенсә, хеҙмәт кодексын боҙмайынса бәлиғ булмаған балаларҙы эшкә урынлаштырыуҙа, халыҡты эш менән тьәмин итеү үҙәге ярҙам итә.
Каникул ваҡытында күп үҫмерҙәр эш табырға ынтыла. Республиканың мәшғүллек үҙәге йәштәргә ярҙамға килергә әҙер. Бының өсөн ата-әсәләрҙән йәки рәсми опекундан рөхсәт алыу, шулай уҡ медицина һығымтаһы алыу мотлаҡ. Студенттарға һәм уҡыусыларға ғәҙәттә артыҡ тәжрибә талап ителмәгән еңел эш йөкмәтелә. Закон бәлиғ булмағандарҙың физик һәм әхлаҡи сәләмәтлеген яҡлай, шуға күрә сикләүҙәр бар.
Каникул осоронда ҡыҙҙар ҙа аҡса эшләп, тәжрибә тупларға ҡаршы түгел. Ангелина Михайловаға ни бары 16 йәш. Ул үҙ эшенең оҫталарының тәжрибәһен рәхәтләнеп үҙләштерә, командаға инде ҡушылған һәм улар менән бер рәттән эшләй.
Иртәнән аш-һыу бүлмәһендә эш ҡайнай. Бөгөн бында айырыуса эҫе. Коллективта аш – һыу әҙерләүҙең бөтә нескәлектәрен өйрәнергә теләгән йәш ашнаҡсылар ҙа бар. Улар араһында студенттар ғына түгел хатта мәктәп уҡыусылары... Кафетерийға улар йәйге осорға ғына урынлашҡан. Ә иң тырыштары йәше еткәс бында эшкә лә килә ти эш биреүсе.
Йәйге осорҙа үҫмерҙәргә төрлө вакансиялар тәҡдим ителә. Башлыса йорт яны участкаларына эшселәр, вожатыйҙар йәки аниматорҙар, йәмәғәт туҡланыуы урындарында һәм ял итеү ойошмаларында хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Ә мәктәп уҡыусылары өсөн белем биреү учреждениеһында эшләп аҡса алыу мөмкинлеге бар.
Быйыл халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша 19 меңдән ашыу уҡыусы эшкә урынлашҡан. Әлеге ваҡытта мәғлүмәт базаһында биш меңгә яҡын вакансия асыҡ. Йәш кешеләргә эште тикшерелгән сығанаҡтар аша ғына эҙләргә, шулай уҡ бурыстар һәм эш хаҡы буйынса килешеүҙәрҙе яҙма рәүештә нығытырға кәрәклеген иҫтә тотоу мөһим