Айырыуса йылылыҡ менән тәьмин итеү ҡиммәтләнә. Мәҫәлән Өфөлә ябай 45 квадрат метрлыҡ фатир өсөн йылылыҡҡа хаҡ 441 һумға арта. Эҫе һыуҙың бер кубометры — 227 һумға яҡын була, һыуыҡ һыу 35 һумдан ашыу торасаҡ. Электр энергияһы — киловатт-сәғәт өсөн 4 һум 36 тин. Газдың кубометры 9 һум 50 тип. Һыуүткәргес өсөн 35 һум самаһы түләйбеҙ. Сүп-сар сығарыуға тариф та арта, түләү бер кешенән яҡынса 98 һум тәшкил итәсәк.
1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта
1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта