Рәсәйҙә – Пушкин көнө билдәләнә

Рәсәйҙә – Пушкин көнө билдәләнә

Бөгөн 6 июндә – бөтә донъяла рус теле көнө, ә Рәсәйҙә – Пушкин көнө билдәләнә. Был дата бөйөк рус шағире Александр Сергеевичтың тыуған көнө уңайынан булдырылған. Быйыл бөйөк ҡәләм оҫтаһының тыуыуына 225 йыл. Ошо уңайҙан Рәсәйҙә Пушкиндың ижадын яратыусылар төрлө онлайн-марафондарға ҡушылып уның шиғыр- әкиәттәрен уҡый ала. Александр Сергеевичты, уның ижадын бик күптәр ярата. Сер түгел, шағирҙың шиғыр-әкиәттәренең бер нисә юлы һәр беребеҙҙең хәтеренә мәктәп партаһынан уҡ ғүмерлеккә уйылған.

Заманында Пушкин хәҙерге Башҡортостан ере буйлап үткән, тигән мәғлүмәт тә бар. «Капитан ҡыҙы» һәм «Пугачев бунты тарихы» өҫтөндә эшләгәндә шағир Ырымбур губернаһы буйлап сәйәхәт иткән, унда хәҙерге Башҡортостандың, шул иҫәптән Көйөргәҙе районының биләмәһе лә ингән.

Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рафиҡ Әминевтың тырышлығы менән, Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауылында хәҙер инде 45 йыл Пушкинға бағышланған мәктәп музейы эшләп килә. Бында шағирҙың тулы буйына тиңләштерелгән һәйкәле лә бар.

Башҡортостан ерлегендә Александр Сергеевичтың исемен мәңгеләштергән экспозиция тотош бер мәҙәни комплесҡа тиң. Бында 35 меңгә яҡын экспонат ҡуйылған. Пушкин әҫәрҙәре баҫылған меңәрләгән китаптар бихисап телдәргә тәржемә ителгән. Музейҙа һәм төбәк китапханаларында Мостай Кәрим, Рәми Гариповтың башҡортсаға тәржемә ителгәндәре һаҡлана .

Пушкиндың үлгән көнөндә ҡәләм оҫтаһының йөҙөнән 4 гипс-ҡойолма алалар.. Шуларҙың береһенең күсермәһе тап Шабағошта һаҡлана.

Бөтә Рәсәй буйлап 5-се, 6-сы июндә Пушкин 225 хештегы менән онлайн марафон үтә. Уны Рәсәй телеканалының Смотрим медиаплатформаһында күҙәтергә мөмкин. Дәүләт телерадиокомпанияһының филиалдарынан беҙҙең коллегалар – корреспонденттар, алып барыусылар төрлө телдәрҙә «Руслан һәм Людмила» поэмаһынан өҙөктәр уҡый. Башҡортостандан хеҙмәттәшебеҙ Ғ. Ибәтуллин “Пушкинды” үҙ телебеҙҙә һөйләп ишеттерә.

Рәсәйҙең бөйөк яҙыусыһы Александр Пушкиндың 225 йыллығына һәм рус теле көнөнә арналған саралар бөгөн республиканың төрлө майҙансыҡтарында ойошторола.