Бөгөн Өфөлә өсөнсө гимназия янында торба тишелеп һыу аҡҡан.
Уҡыу йорто эргәһен һыу баҫҡан. “Өфөводоканал” хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, һыуыҡ һыу аҡҡан торбаның ҡаты һыуыҡтар сәбәпле тишелеүе ихтимал. Хәҙер инде тейешле хеҙмәттәргә асфальтты аҡтарырға тура киләсәк.