Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы янында Ағиҙел аша транспорт хәрәкәте асылды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәр буйынса, күперҙең киңлеге — 100, оҙонлоғо 800 метр, 2 тонна ауырлыҡҡа иҫәпләнгән, йәғни, еңел машиналар ғына үтә ала. Республикала быға тиклем Ҡариҙел ауылы һәм Бөрө ҡалаһы янында боҙ күперҙәре асылды. Тиҙҙән Краснокама районында Николо-Березовка ауылы янында ла Кама боҙо аша машиналар йөрөй башларға тейеш