Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында Рәсәйҙең даими вәкиле Виталий Чуркин Алеппоны алыу буйынса операция тамамланды, тип белдерҙе. Хәрби хәрәкәттәр туҡталыу менән ҡаланы тергеҙеүҙә ярҙам кәрәк буласаҡ. Хәҙер махсус гуманитар акциялар башланырға тейеш. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы кимәлендә Алеппола тыныслыҡ тураһында килешелгәс тә, Төркиә Идлибта гуманитар лагерь ойоштороу тураһында хәбәр итте.

Рәсәйҙең халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Рекс Тиллерсон Американың һайланған президенты Дональд Трам тарафынан дәүләт секретары итеп тәғәйенләнде. 64 йәшлек Тиллерсон Ексен Мобил нефть компанияһы башлығы. Быйыл ул Санкт-Петербургта иҡтисади форумда ҡатнашҡан американ эшҡыуарҙарының береһе. Рекс Тиллерсон Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларға ҡаршы сығыш яһай.

“Газпромнефть” компанияһы Ирандың милли нефть компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Илам виләйәтендә Шангуле һәм Шишмә-Хуш ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлау ҡарала. Рәсәй һәм Ирандың сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса даими комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса документҡа Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак һәм Ирандың нефть министры Биджан Зангане ҡул ҡуйҙы.

Бөтә донъяға билдәле булыу өсөн кешеләр нимә генә эшләмәй!? Франция спортсыһы Матье Бьяссон фристайлдың яңы төрөн уйлап тапҡан. Ул Альп тауынан төнөн янып тороусы саңғылар менән шыуып төшкән. Күреүегеҙсә, төнгө фристайлдың да спорт төрө булыуға мөмкинлеге бик ҙур.