Был көндәрҙә финанс баҙарындағы төп яңылыҡтар Татфондбанкка бәйле.
Бөгөндөн 17-се декабргә тиклем банк клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙе туҡтатты.Был тәү сиратта ликвидлыҡты тергеҙеү буйынса саралар комплексын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк тип хәбәр ителә банктың сайтында. 7 декабрҙән банк вкладтарҙы ваҡытынан алда ябырға теләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле, ҡатмарлыҡтар кисерә башлағайны. «Әле «Татфондбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Роберт Мусин һәм банк етәкселеге Татарстан Хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып бара. Рәсәй Үҙәк банкына банктың финанс тотороҡлоғон тергеҙеү буйынса саралар планы ебәрелгән. Татфондбанк ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәлде яйға һалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк, — тип билдәләнә Татфондбанк белдереүендә. Банктың бәйләнеш үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй. Физик һәм юридик берәмектәр өсөн ҡыҙыу бәйләнеш телефоны :8-800-100-03-03, 8-800-707-99-77.