Был турала Республика Башлығы Оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Һабантуй ваҡытында тирмәлә йәшенеп эсеп ултырған өсөн Радий Хәбиров район башлығына ҡаты киҫәтеү яһаны.
Оператив кәңәшмә йола буйынса үтеп киткән аҙна йомғаҡтарын барлау менән асыла. Төп йомғаҡтарҙың береһе Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы һөҙөмтәләре. Унда иғлан ителгән инвестиция мөхите буйынса -рейтингта Башҡортостан ниһайәт призлы өсөнсө урында. Радий Хәбиров хөкүмәттең иҡғтисади юлогына был һөҙөмтә өсөн рәхмәт белдерҙе.
Питерҙағы форумда төбәктәрҙең Газ яғыулығы станцияларын арттырыу буйынса рейтингы ла билдәле булды. Башҡортостан тәүге баҫҡыстарға күтәрелде. Әле беҙҙә газ яғыулығы станциалары һаны 51 берәмек, быйыл тағы ла 13 асыла. Дөйөм һөҙөмтәләргә килгәндә Башҡортостан стендын 40 меңдән ашыу кеше ҡараған. 100 миллиард һумға 26 килешеү төҙөлгән. Иң күләмлеләренән Вайлдберрис менән таратыу үҙәген төҙөү, ә Таврос компаниялар төркөмө менән Шишмә районында туристик кластер булдырыу ниәттәре имзаланған.
Иҡтисади уңыштарҙы барлау менән генә сикләнмәне Оператив кәңәшмә. Радий Хәбиров Башҡортостанда интернет мутлашыусыларға ҡаршы көрәш буйынса программа ҡабул итергә ҡушты. Республикала йәшәүселәр улар арҡаһында көн һайын 15-20 миллион һум аҡсаһын юғалта. Күп осраҡта ҡармаҡҡа оло йәштәгеләр эләгә.
Мутлашыусылар һәм енәйәтселәр менән көрәште көсәйтеүҙең тағы бер алымы – видеокамералар. Улар һәр ихатала булырға тейеш тине Радий Хәбиров. Йорт-подъездарҙы төҙөкләндергән ваҡытта улар күпләп урынлаштырыла, тик артабан уны һөҙөмтәле файҙаланыуҙы яйға һалырға кәрәк.
Учалылағы коммуналь авария эҫемтәләрен барлап Радий Хәбиров ҡалала яңы һыуүткәргес төҙөү бурысын ҡуйҙы. Ял көндө бында торба ярылып ҡала тотошлай эсәр һыуһыҙ ҡалғайны.
Ә Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов Республика Башлығынан етди киҫәтеү алды. Айыҡ һабантуй ваҡытында юғары ҡунаҡтар тирмәһе өҫтәлендә хәмер ҙә көтөлгән ҡунаҡ булған. Башҡаларҙы айыҡлыҡҡа өндәп үҙҙәре эскелек ойоштороп ултырған хужаларға ҡарата яза ҡәтғи буласаҡ тине Радий Хәбиров.
Алда республика халҡын ике байрам көтә. Иртәгә Рәсәй көнөнә бәйле ил халҡы ял итә. 16 июндә Мосолман өммәте изге Ҡорбан байрамын билдәләй. Быйыл ул йәкшәмбегә тура килгәнлектән дүшәмбе республикала ял итәбеҙ. Әйткәндәй, 17 июндә Өфөләге Әр-Рәхим мәсетенең манараһында төҙөлөш эштәре тергеҙеләсәк. Уны биҙәү өсөн кәрәкле грек мәрмәрен иртәгә килтерергә тейештәр.