Йәйҙең беренсе айына хас булмаған һауа температураһы аҙна дауамында торасаҡ ти синоптиктар.
Бөгөн термометр бағанаһы 31 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ошондай уҡ һауа торошо алдағы көндәрҙә лә һаҡлана тип хәбәр итәләр Башгидрометүҙәктән. 12 һәм 13 июндә томра эҫе вәғәҙәләйҙәр. Ҡояштан һаҡланыу саралары хаҡында онотмаҫҡа саҡыра белгестәр.