Өфөлә геронтология үҙәгенең яңы корпусы төҙөлә

Өфөлә геронтология үҙәгенең яңы корпусы төҙөлә

Башҡортостанда булдырылған беренсе геронтология үҙәгендә тиҙҙән яңы корпус сафҡа инә. Әле бина 70 процентҡа әҙер. Ул «Демография” милли проекты буйынса төҙөлә. «Именлек” республика геронтология үҙәгенең яңы корпусын төҙөүселәр эске биҙәкләү эштәренә тотонған. Бер юлы эргә-тирәләге биләмә төҙөкләндерелә.

Яңы корпуста әле эштәрҙең ҡыҙған мәле. Бөгөн бында 50-нән ашыу төҙөүсе эшләй. Улар йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү өсөн торбалар һуҙа, тоташтыра, иретеп йәбештереү эштәре менән шөғөлләнә.

Был түшәмдәге торбаларға ҡараһаң улар тигеҙ генә барған кеүек, әммә ямғыр һыуҙары аҡһын өсөн һәр метрға яҡынса 1 сантиметр һөҙәгәйә. Корпус үҙ ишектәрен асҡас көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар килеп сыҡмаһын өсөн башҡарылған эштең һәр аҙымы ентекләп уйланылған һәм планға ярашлы үтәлеп килә.

Бында киләсәктә ял итеү өсөн ултырғыстар, шахмат уйнау өҫтәлдәре урынлаштырыласаҡ. Төрлө саралар үткәреү өсөн дә сәхнә булдырыу күҙаллана. Тирә-яҡтағы ағастар ҙа үҙәктә дауаланыусыларға хуш килер ти төҙөүселәр.

Ғәҙәттә биналарҙа этаждар оҡшаш булһа, бында иһә бөтә ҡаттар бер-береһенән айырылып тора һәм билдәле функцияларҙы үтәй. Дауаланыусылар өсөн йәшәү бүлмәләренән башҡа 1-се ҡатта бассейн, 2-се ҡатта ашхана, ҡалған ҡаттарҙа йәйге һәм ҡышҡы баҡсалар урынлашасаҡ. Бинаның эсенә яҡтылыҡ төшһөн өсөн витраж ҡоролма ла эшләнгән.

Бинаның беренсе 3 ҡатында йәшәү бүлмәләре урынлаша. Һәр береһендә уңайлыҡтар булдырыла. 1-се ҡатта урынлашҡан бассейн да ғәҙәти түгел. Уның тәрәнлеге метр ярым тирәһе генә. Был өлкән йәштәгеләргә һыу инеүе уңайлы булһын өсөн эшләнә. Бассейн эргәһендә ҡатын-ҡыҙ һәм ир-аттар өсөн душ һәм кейенеп-сисенеү бүлмәләре булдырыла. Әле бында эске биҙәкләү эштәре бара.

Башҡаланың Зорге урамында урынлашҡан Геронтология үҙәге Башҡортостанда тәүге. Барлығы Рәсәйҙә ошондай 20 учреждение бар. «Именлек” республика геронтология үҙәгенең яңы корпусы 2024-се йылдың аҙағында сафҡа индереләсәк.