Илдең алдынғы урологтары һәм андрологтары студенттар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ир-егеттәрҙең сетерлекле проблемаһын хәл итеү серҙәрен эксперттар Өфө медицина учреждениелары табиптары һәм башҡорт дәүләт медицина университетының өлкән курс студенттарына күрһәтте. Операция бүлмәһенән белгестәрҙең аңлатмалары менән онлайн-трансляция барҙы.
Башҡорт Дәүләт медициана университеты клиникаһының лекция залында һәр ваҡыттағыса етди һөйләшеү. Темаһы ла ябай түгел, һүҙ ирҙәрҙең эректил функцияһын тергеҙеү тураһында. Табиптар һәм студенттар өсөн Мәскәү профессоры оҫталыҡ дәресен үткәрә.
Теориянан тыш, башҡорт медицина университетының урология кафедраһы даценты Рөстәм Казихинуров менән Сәфәр Ғәмидов бергәләп операция эшләне. Эш барышын онлайн рәүештә бөтә ҡатнашыусылар күҙәтә алды һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла биреү мөмкинселеге булды.
Операция өҫтәлендә ике йыл элек простата яман шешен кисереп, уны операция менән үткәргән өлкән йәштәге пациент. Йыш ҡына ирҙәрҙең бындай процедуранан һуң өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килә. Йәғни эректил дисфункция күҙәтелә. Консерватив рәүештә уны еңеп булмаһа, оперция эшләргә тура килә.
Бына ошондай ярымригид протезды пациентҡа имплантациялайҙар. Уны шулай уҡ хәтер протезы тип атайҙар, сөнки ул ҡабул ителгән хәлде хәтерләй. Пациент артабан уны ҡайһы ваҡытта эш хәленә килтерергә икәнен үҙе билдәләй.
Бындай операциялар даими үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта пациент өсөн ул бушлай һәм медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантияһына инә.
Табиптар билдәләүенсә, был сир йылдан йыл йәшәрә, йәғни ололарҙа ғына түгел йәштәр араһында ла күҙәтелә. Мәҫәлән операцияға килгән иң йәш пациентҡа ни бары 23 йәш булған. Был проблеманың барлыҡҡа килеү сәбәптәре күп ти белгестәр, улар араһында психологик, ҡан тамырҙары, гормональ һәм анатомик факторҙар бар. Әгәр ваҡытында белгескә мөрәжәғәт булмаһа, был аяныслы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, бала табыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалыу ҙа ихтимал. Шуға күрә табиптар ир-егеттәргә уролог һәм андролог тикшереүе үтеп торорға кәңәш итә.