ЛНР һәм ДНР балалры Башҡортостанда ял итә

ЛНР һәм ДНР балалры Башҡортостанда ял итә

Башҡортостанға йәйге ялға Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан балалар килде. Һауыҡтырыу лагерында балаларҙы республикабыҙҙың милли тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу йәһәтенән бай йөкмәткеле саралар әҙерләгәнгән.Сәлимә Исламова дауам итә.

Тынлыҡҡа әле балалар күнекмәгән. Йәшен йәшнәүенән дә һағайып китәләр. Лугансктағы миномет һөжүме, шартлауҙарҙан һаман арына алмай улар.

Пионер исемле отряд балалары сменаны асыу тантанаһына әҙерләнә. Ира- отрядтың старостаһы. Республиканан сығып китеү өсөн бер нисә аҙна документтар тупларға тура килде, ти ул. Сөнки теләүселәр күп.

Луганск халыҡ республикаһынан ял итергә 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге 100-ләгән бала килгән. Уларҙың быйылғы ялы Урман әкиәте лагерына, яңы таныштары- Башҡортостан балалары менән бергә үтәсәк.

Балаларҙы оҙатып килгән уҡытыусылары тәрбиәләнеүселәренең ошондай һиллектәге ялы, һис шикһеҙ файҙаға ғына буласаҡ тигән фекерҙә.

Лагерь сменаһының темаһы – һөнәри йүнәлеш. Саралар балаларға тормошта үҙ юлын табып, күңеленә ятҡан һөнәр һайлауҙа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Егет һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен һәр яҡлар һынап ҡараясаҡ. Спортта, журналистикала, һүрәт төшөрөү һәм башҡа ижади түңәрәктәрҙә.

Өсөнсө йыл рәттән республика Донецк ҙәм Луганск халыҡ республикаһынан балалар ҡабул итә. Һауыҡтырыу лагерында уларҙы милли республиканың тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу йәһәтенән бай йөкмәткеле саралар көтә.

Балалар ҡала ситендә төрлө идаралыҡтар тарафынан тикшереү үткән лагерҙарға урынлаштырыла. Луганск һәм Донецктан килгән тәрбиәләнүселәргә тәҡдим ителгән ял итеү саралары ла махсус программаға ярашлы. Йәмғеһе быйыл йәй Башҡортостанға меңдән артыҡ бала киләсәк.