Өфөнөң 450 йыллығына яңы фильм премьераһы үтте

Өфөнөң 450 йыллығына яңы фильм премьераһы үтте

«Родина» кинотеатрында баш ҡаланың 450 йыллығына бағышланған «Өфө һәм өфөләр» тип аталған документаль фильм күрһәтелде. Уны Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы булышлығында режиссер Гөлнур Ишбулатова әҙерләгән.

Фильмда баш ҡалабыҙ менән тормошон бәйләгән төрлө һөнәр эйәләре, билдәле һәм билдәле булмаған да Өфөлә йәшәгән кешеләр тураһында күрһәтелә. Режиссер әйтеүенсә, Өфөнөң иң ҙур байлығы – ул кешеләр. Картинала уларҙың күҙлеге аша баш ҡалаға яңы ҡараш ташлана.

Документаль фильм Башҡортостан киностудияһы менән берлектә төшөрөлә. Өфөнөң юбилейына арналған картина булдырыу башланғысы ике йыл элек барлыҡҡа килде ти Башҡортостан киностудияһы директоры.