Башҡортостан бер көндә өс байрам ҡаршыланы

Башҡортостан бер көндә өс байрам ҡаршыланы

12-се июнь иҫтәлекле даталарға һәм сараларға бай булды. Илебеҙ халҡы Рәсәй көнөн ҡаршылаһа Башҡортостанда йәшәүселәр Ҡала көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуҙы билдәләне.

Быйыл Рәсәй көнө 2022 йылда асылған «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалыуҙан башланып китте. Бында 1974-се йылда һалынған ваҡыт капсулаһын асыу тантанаһы ла уҙҙы. Ул комсомолецтар һәм ҡала йәштәренең тантаналы митингыһында Өфөнөң 400 йыллығы киләсәккә сәләм итеп ҡалдырылған була. Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

50 йыл элек ваҡыт капсулаһын булдырыуға үҙ өлөшөн индергән Наил Бәхтизин да хөрмәтле ҡунаҡ ине. Ул суйын плита эшләүгә яуаплы булған. Рәнүс Насретдинов та ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләй.

Ваҡыт капсулаһының эсендә бик ҡыҙыҡлы документтар һаҡланған. Улар менән теләгән һәр кем Өфө ҡалаһының тарих музейында таныша аласаҡ.

Салауат Юлаев майҙанында иһә байрам айҡанлы концерт программаһы әҙерләнде. Был көндө Башҡортостан милли батырыбыҙҙың тыуған көнөн дә билдәләне. Төрлө йәштәге ҡатнашыусылар өсөн әүҙемлек нөктәләре эшләне.

Өфөнөң тарихи үҙәге бөгөн иртәнән бирле йыр-моң һәм бейеүҙәр менән гөрләп тора. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн төрлө күргәҙмәләр, көрәш буйынса ярыш ойошторолған. Бында хатта уҡтан атырға ла өйрәнергә мөмкин.

Ҡаланың тыуған көнө айҡанлы Өфөнөң һәр районында төрлө байрам саралары уҙҙы. Нурия Ғилмуллина, Вадим Зараев, Зарема Хисмәтуллина, хәбәрҙәр Башҡортостан.