Республика Башлығын һайлауға кандидаттар теркәлә башланы

Республика Башлығын һайлауға кандидаттар теркәлә башланы

Радий Хабиров Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәлеү өсөн документтар тапшырҙы.

Һайлау комиссияһына ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм финанс вәкиллеге кандидаты Максим Ульчев менән килде. Дәғүәсе тапшырған документтар өс көн дауамында регистрация үтә. Һуңынан үҙәк һайлау комиссияһы һайлау фонды булдырыу өсөн иҫәп асырға рөхсәт бирә. Унан һуң ғына кандидат республиканың муниципаль власть органдары депутаттарының үҙ яҡлауына ҡултамғаларын йыя башлай ала, тип белдерҙеләр Үҙәк һайлау комиссияһында. Урында хәбәр итеүҙәренсә, Радий Хабиров талап ителгән документтар пакетын беренселәрҙән булып тапшырҙы.