Башҡорт бал ҡорттарына юғалыу хәңефе янай

Башҡорт бал ҡорттарына юғалыу хәңефе янай

Республикала билдәһеҙ юл менән ситтән индерелгән бал ҡорттарын тапҡандар. Бөжәктәр һис шикһеҙ зыянлы, тигән фекерҙә белгестәр. Улар үлемесле бәшмәк һәм вирус тарата һәм билдәле башҡорт тоҡомло ҡорттарға юҡҡа сығыу хәүефе менән янай.Башҡортостан биләмәһенә улар нисек килеп ингән?

Шулай безелдәктәрен маҡтай-маҡтай Ильяс Исламғолов умарталарҙы тикшерә. Башҡорт тоҡомло, рәсми телдә урта рус ҡорттары талымһыҙ, башҡалар 10 литр бал йыйғанда улар 15-те ташый. 5-се быуындағы умартасының хужалығында 150-ләгән умарта тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларға хәҙер юғалыу хәүефе янай тип борсола Ильяс. Метислаштырыу һәм тоҡомдар менән ҡатнаштырыу боронғо башҡорт бал ҡортоноң нәҫел кодын юҡҡа сығара, ти умартасы.

Әлбиттә, ҡортсолоҡ менән етди шөғөлләнгәндәр, бер миҙгел эсендә генә табыш алыу өсөн ситтән ҡорттар индереүселәрҙе өнәмәй. Ундайҙарҙы бал ҡортоноң дошманы тип һанайҙар. Ғөмүмән, умартасылар йәмәғәтселеге ситтән -башҡа тоҡом бал ҡорттарын республикаға индереүгә ҡырҡа ҡаршы.

Май аҙағында, умартасылар йәмәғәтселегенең әүҙем ағзалары, һатыуға йүнәлтелгән бал ҡорто пакеттары менән тулы йөк машинаһын туҡтата. Уның ҡайҙан килтерелеүе, ҡайҙа китеп барыуы тураһында документтары булмай сыға. Белгестәр Карника һәм Бакфаст тоҡомло ҡорттарҙың бер нисәһен алып ҡала һәм экспертизаға тапшыра. Хәүефләнеү юҡҡа булмай – ике тоҡомда ла нозема церана тип аталған дауаланмай торған бәшмәк инфекцияһы барлығы раҫлана.

Бындай осраҡ бер-ике генә түгел. Шулай булғас, ысынлап та хәл етди һәм осраҡтар йышайһа быуаттар буйы нығынған урта рус бал ҡорто тоҡомона юғалыу хәүефе янай.

Законһыҙ рәүештә бал ҡорттары индереүгә юл ҡуймау маҡсатында республикала ведомство-ара «Бал ҡорто» операцияһы иғлан ителде. Рейдтар июндең 21-нә тиклем дауам итәсәк. Эксперттарҙың фекеренсә, бында етдирәк ысулдар кәрәк. Төбәк өсөн нимә мөһимерәк – башҡорт бал ҡортоноң таҙа тоҡомон һаҡлап ҡалыумы, әллә намыҫһыҙ, сирле бөжәктәр үрсетеп кеҫә ҡалынлығын ғына ҡайғыртҡан эшҡыуарҙар һанын арттырумы. Уйланырға урын бар.