Өфөлә электр самокаттары өсөн тиҙлекте 5 километрға тиклем сикләргә уйлайҙар

Өфөлә электр самокаттары өсөн тиҙлекте 5 километрға тиклем сикләргә уйлайҙар

Йәй башланып өлгөрмәне Өфөлә электр самокаттар ҡатнашлығында авариялар һаны ике тапҡырға артҡан. Хәүефһеҙлек маҡсатында ҡала властары халыҡ йыш осраған урындарҙа электр самокатында йөрөү тиҙлеген сәғәтенә биш километрға тиклем сикләргә ниәтләй. Ике тәгәрмәсле транспорт сараһы заман талабымы, әллә хәүеф сығанағымы. Альбина Зәйнетдинова асыҡларға тырышты.

Йәйге каникулдарҙы Егор дауаханала ҡаршылай. Ун бер йәшлек егет самокаттан йығылып янбашын һындырған. Хәйер, операция уңышлы үткән. Хәҙер уны оҙайлы реабилитация көтә.

Республика балалар клиник дауаханаһында был беренсе осраҡ түгел. Табиптар әйтеүенсә, йәй башланыу менән, ике тәгәрмәсле транпорт арҡаһында йәрәхәттәр менән килеүселәр бермә-бер арта.

Самокаттар Өфө урамдарын яулай. Элек кешеләр Ағиҙел яры буйлап ҡына йөрөһә, хәҙер улар автомобиль менән бер рәттән ҡала юлдарына сыҡты. Тәртипһеҙ йөрөүҙең эҙемтәләре лә бар. Электр самокаттары ҡатнашлығында авариялар һаны көндән-көн арта. Тәртип боҙоуҙы киҫәтеү маҡсатында Юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары иҫкәртеү рейдтары ойоштора.

Юл ҡәғиҙәләре буйынса самокатта йөрөүселәр йәйәүле тип иҫәпләнә. Тимәк уларға автомобилдәр йөрөгән һыҙатҡа сығырға ярамай. Тағы ла бер мотлаҡ ҡағиҙә. Юл аша үткәндә самокаттан төшөп уны этеп сығыу мотлаҡ. Ике тәгәрмәсле тимер атта үҙең менән кеше йөтөрөү ҙә тыйылған. Ҡәғиҙә боҙоусыларға штраф ҡаралған.

Самокатта йөрөүселәр иһә был транспорт төрөнөң ни тиклем хәүефле икәнен яҡшы аңлай, әммә белгәндәрен ғәмәлдә ҡулланырға ашыҡмай.

Электр самокат менән идара итеү өсөн водитель таныҡлығы кәрәкмәй. Әммә тиҙлеге буйынса уны автомобилгә тиңләргә мөмкин. Ике тәгәрмәсле транспорт 30, ә ҡайһы берәүҙәре хатта 50 саҡрымға тиклем тиҙлек йыйырға һәләтле. Самокатта елдереүселәр үҙҙәренең һәм тирә-яҡтағыларҙың именлеген хәүеф аҫтына ҡуя, автомобилдәр өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙыра. Ошо сәбәпле ҡала властары халыҡ йыш осраған урындарҙа электр самокатында йөрөү тиҙлеген сәғәтенә биш километрға тиклем сикләргә ниәтләй.

Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн самокатта йөрөгәндә бер –нисә ҡәғиҙә белер кәрәк. Тиҙлекте самаһынан артырмаҫҡа, оло юлға сыҡмаҫҡа, йәйәүлеләр өсөн тәғәйен юлдар буйлап мөмкин тиклем иғтибарлы һәм уяу йөрөргә. Шул саҡта ғына электр самокаттар хәүеф сығанағы түгел, ә иң ҡулай транспорт төрө буласаҡ