Башҡортостан Ҡырғыҙстан мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләй

Башҡортостан Ҡырғыҙстан мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләй

Башҡорт Дәүләт Педагогия Университетында Ҡырғыҙстан өсөн уҡытыусылар әҙерләйҙәр. Улар тыуған илендә мәктәптәрҙә балаларға рус телен өйрәтәсәк. Туғандаш милләт вөкилдәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡорт телен дә үҙләштергән.

Бында белем алған ҡырғыҙ студенттары рус, инглиз теле менән бер рәттән башҡорт телен дә өйрәнә. Республикала йәшәгән, уҡыған һәр кем ерле халыҡ телен белергә тейеш, тигән фекерҙә Башҡорт дәүләт педагогия университетының икенсе курс студенты Туратбек Назаркулов.

Телдәр ҙә, мәҙәниәт тә оҡшаш, шуға ла Башҡортостанда белем алыу әллә ни ауырға тура килмәй, ти сит ил студенттары.

- Телдәр оҡшаған, аңлайбыҙ..

- Мәҙәниәт, Өфө оҡшай..

- Беҙҙең төп маҡсат бында уҡып үҙебеҙгә ҡайтып белем биреү...

Республика халҡы ихласлығы, ярҙамсыллығы менән әсир итте, ти Асимай.

Мәрхәмәтле кешеләрҙең юлымда осрауы, кәрәккәндә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуҙары һағышымды баҫырға, белем алыу өсөн яңы көс табырға ярҙам итте ти студент.

Йыл һайын Башҡорт дәүләт педагогия университеты 100-ҙән ашыу Ҡырғыҙстан абитуриенттарын ҡабул итә. Уларҙың уҡыуҙан тыш башҡа сараларҙа ҡатнашыуы, һәр яңы мәғлүмәтте ҡыҙыҡһынып тыңлауҙары маҡтауға лайыҡ, ти уҡытыусылар.

Буласаҡ уҡытыусылар ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, белем усағында үткән һәр сарала ихлас ҡатнаша.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ҡушыуы буйынса, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 2021 йылдан илдә дөйөм белем биреүҙең иң яҡшы тәжрибәһен Ҡырғыҙстан Республикаһында таратыу буйынса эш алып бара.

2023 йылдың 1 сентябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡырғыҙстан Президенты Садыр Жапаров Бишкәк, Баткен һәм Ҡараҡалала мәктәп төҙөлөшөнә старт биргәйне.

Аҡмулла университетына уҡырға инергә теләүсе Ҡырғыҙстан уҡыусылары өсөн аҡмулла олимпиадалары үткәрелә. Еңеүселәр юғары уҡыу йортоноң йәйге белем биреү мәктәбенә саҡырыла, унан юғары уҡыу йортона алына. Әлеге студенттар Ҡырғыҙстандағы яңы мәктәптәрендә төп педагогик көс буласаҡ.