Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Бөгөн Ҡорбан байрамының икенсе көнө. Республика халҡы Ислам диненең оло байрамы — Ҡорбан ғәйетен билдәләне. Барлыҡ мәсеттәрҙә лә Ғәйет намаҙҙары башҡарылды һәм махсус майҙандарҙа ҡорбан салынды. Ә Ҡорбан байрамына арналған төп саралар Ләлә мәсетендә үтте.

Иртә менән байрамса кейенгән халыҡ мәсеттәргә ашыҡты. Изге көндә ғәйет намаҙын уҡырға, бер-береһен байрам менән ҡотларға һәм ҡорбан салыу ниәте менән бихисап мосолман йыйылды. Халҡыбыҙҙың оло байрамдарының береһе-Ҡорбан ғәйетен республика халҡы йыл да ҙур ихтирам менән үткәрә. Был көндө хәйер биреү, яҡындарың менән күрешеү, бүләк тапшырыу кеүек изге ғәмәлдәр башҡарыла. Был көндәрҙә дингә инанған һәр кешенең күңеле миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек, яҡыныңдың хәлен уртаҡлашыу, уның хаҡында хәстәрлек күреү кеүек изге тойғолар һәм яҡты уйҙар менән һуғарыла ти Рәсәй Мосолмандары диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажутдин.

Ҡорбан байрамының иң ҙур йолаһы — Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылыу. Исламға нигеҙ һалынған Мәккә Мәҙинәлә был көндәрҙә донъяның барлыҡ тарафтарынан миллиондарса мосолмандар йыйыла. Башта улар микат алдында ниәт әйтә. Һуңынан руханиҙар Әл-Харам мәсетендә «ҡара ташҡа» ҡағыла. Ҡорбан байрамы көнөндә диндарҙар тәүәф ҡыла – Ҡаф тауын ете тапҡыр сәғәт әйләнешенә ҡаршы урай. Ҡорбан байрамы уңайынан өс көн дауамында бөтә мосолман халҡы донъяның төрлө мөйөшөндә байрам шатлығын бер-береһе менән бүлешә, йорттарында байрам ашы ойоштора, ҡорбан табындарына йыйыла.