Бишбүләк егете - “Ҡайтыр” хәрби ҡушаматлы яугирҙе райондашы яу яланынан алып сыҡҡан

Бишбүләк егете - “Ҡайтыр” хәрби ҡушаматлы яугирҙе райондашы яу яланынан алып сыҡҡан

“Голос” хәрби ҡушаматлы яугирҙең хеҙмәттәшенә ярҙам итеүе видеояҙмала һаҡланған.

Республика Хөкүмәтендә эшләп киткән тәжрибәле журналист, беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Павел Самойлин МХО-ға үҙ теләге менән үткән йылдың ноябрендә юллана. Ул алғы һығыҡта взводты етәкләй. Апрель башында хәрби задание ваҡытында ул хеҙмәттәштәре менән пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың һөжүме аҫтына эләгә. Йәрәхәтләнә, контузия ала һәм биш тәүлек емереклектәр аҫтында үҙен ҡотҡарыуҙарын көтә. Һалдаттар уны башта яу яланынан алып сыға алмай, һауала бер туҡтауһыҙ дрондар геүләй. Бишбүләк егете, Павел Самойлиндәң яҡташы – “Голос” хәрби ҡушаматлы яугир, ниһайәт, иптәше янына үтеп инә һәм уны ҡотҡара. Әлеге ваҡытта “Ҡайтыр” госпиталдә реабилитация үтә.