Ростех Башҡортостан менән берлектә инженерҙар әҙерләү программаһын башлай

Ростех Башҡортостан менән берлектә инженерҙар әҙерләү программаһын башлай

Радий Хәбиров Ростехтың авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән республика һәм дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы уҙғарҙы.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә уҙған сарала Ростех структураһына ингән республика предприятиеларының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү юлдары барланды. Профессиональ кадрҙар, юғары квалификациялы һөнәр оҫталары әҙерләү мәсьәләләре өйрәнелде.

2021 йылдан Башҡортостан дәүләт корпорацияһы менән берлектә «Ростех ҡанаттары» тип исемләнгән проект тормошҡа ашыра. Уға ярашлы, предприятиела авиация двигателдәре проектлаусы инженерҙар әҙерләнә. Киләһе уҡыу йылынан ул киңәйтелә һәм машиналар эшләү өлкәһе белгестәре уҡытыла башлясаҡ.