Радий Хәбиров республиканың социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Радий Хәбиров республиканың социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Хеҙмәт, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһе төбәк етәкселегенең өҫтөнлөклө ҡарамағында. Республикала йәшәгән миллионлаған кеше, шул иҫәптә 309 мең ишле ғаилә социаль ярҙам сараларын ала. Радий Хәбиров, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә Һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт әйтте, еңел булмаған, кәрәкле хеҙмәттәрендә уңыштар теләне. Һеҙ ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер торған оло, һиҙгер йөрәкле кешеләр, тине ул.

Социаль хеҙмәттәр тарафынан республикала халыҡҡа 54 төр пособие һәм компенсация түләүҙәре, шул иҫәптә күп балалы ғаиләләргә 20-нән артыҡ түләү төрҙәре булдырылған. Халыҡты социаль яҡлау системаһында 11 мең тирәһе хеҙмәткәр иҫәпләнә. Тармаҡта 25 йылға яҡын эшләүсе Рәмилә Зәкәриевна был өлкәне тик оло йөрәкле, киң күңелле егәрле кешеләр күтәрә, тигән фекерҙә. Хеҙмәткәрҙәр ҙә, ярҙам алыусылар ҙә ҡәнәғәт ҡалғанда маҡсатыбыҙға ирештек тигән һүҙ, ти ханым.