Журналистарға яңы гранттар булдырылды

Журналистарға яңы гранттар булдырылды

14 июнь — Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә Өфөлә Медиайыйын үтте. Журналистар йәмәғәтселеген туплап уртаҡ мәсьәләләрҙе тикшереү майҙанына әүерелгән сараға быйыл федераь спикерҙар саҡырылғайны.

Медиайыйын Башҡортостан башлығы башланғысы буйынса быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Республика журналистары өсөн 2024 йылдан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия 500 мең һумға тиклем арттырылды. Бынан тыш «Ышаныслылыҡ. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ» премияһы булдырылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә журналист һөнәренең төп сифаттары ышаныслылыҡ, ә бының өсөн беҙҙең көндәрҙә ҡыйыу кеше булырға кәрәк. Яңы наградаға ғаризалар 1 октябрҙән ҡабул ителә башлай. Иң яҡшы проект авторҙары араһынан 20 еңеүсе өсәр йөҙ мең һумлыҡ премия аласаҡ.

Радий Хәбиров үҙ сығышында көнбайыштың ялған мәғлүмәттәренә ҡаршы тороусы дәүләт киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе һәм төбәктең иң яҡшы журналистарына юғары наградалар тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында коллегаларыбыҙ-журналист Светлана Вәлиеваға "Башҡортостандың Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" исеме бирелде, хеҙмәттәшебеҙ Зарема Хисмәтуллина Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Башҡортостан дәүләт теле радио компанияһының директор урынбаҫары Уйылдан Ғәлинға Рәсәй журналистар союзының почет грамотаһын тапшырҙылар.

Медиафорум-республика журналистарының ҡаҙаныштарын таныу ғына түгел, коллегалары менән осрашыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм дөйөм хәтирәләр менән уртаҡлашыу урыны. Иң мөһиме тармаҡтағы яңылыҡтар һәм профессиональ компетенциялар менән танышыу. Улар хаҡында төбәк журналистарына федераль спикерҙарҙар һөйләне һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Бында экстремизмды һәм терроризмды иҫкәртеү, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыу, фейктарға ҡаршы тороу, социаль селтәрҙәр алып барыу һәм аудиторияны йәлеп итеү, шулай уҡ башҡортостан телевидениеһын үҫтереү тенденциялары хаҡында ла һүҙ барҙы.

Башҡортостандың медиа аңын башҡа төбәктәрҙән айырған тағы бер үҙенсәлеге- беҙҙә агрессив мәғлүмәт киңлеге ныҡ үҫешкән тип билдәләне эксперттар. Был үҙ сиратында йәмәғәтселектең дә сәйәси үҙ аңының үҫешкән булыуы хаҡында һөйләй.

Гәзит, журнал, телевидение һәм радио журналистарың компетенцияларын үҫтереү төбәктең ыңғай имиджын формалаштырыуға ярҙам итер тигән ышанысты нығыта.