3 көн эсендә генә республика һыу ятҡылыҡтарында 6 кеше батып үлгән

3 көн эсендә генә республика һыу ятҡылыҡтарында 6 кеше батып үлгән

Улар барыһы ла ҡырағай пляждарҙа булған. Көндәр эҫе тороу сәбәпле халыҡ күпләп яр буйында ял итә, әммә күптәр ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онота. Был оло бәләгә алып килеүе ихтимал.

Ата-әсәләр, иғтибар! Бәләгә тарығанда ниндәй номерға шылтыратып ярҙам һорау, дуҫтарҙы нисек ҡотҡарыу тураһында күпселек үҫмерҙәрҙә төплө мәғлүмәт юҡ. Ҡырағай пляждарҙа һыу инергә ярамағанлығын һәм ябай өс һанды уларға гел иҫтәренә төшөрөп тороу зарур.

Үҫмерҙәр ярамаған урында һыу инеүҙәрен таныһа, өлкәндәрҙән киләһе яуап: “Балыҡ тотабыҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ, һыуға инергә йыйынмайбыҙ.” Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары менән үткәрелгән патруль ваҡытында ҡырағай пляждарҙа һыу инеүселәр башҡа осраманы.

Рөхсәт ителгән пляжды йәнең һәм тәнең теләгәнен һайлап бармайһыңмы ни?! Өфөлә генә улар 10-лап иҫәпләнә: Дим биҫтәһендә һәм Киров районында — берәр, Октябрь, Ленин райондарында – өсәр, Калининда – ике. Уларҙа ял итеүгә бөтә уңайлыҡтар бар, ә иң мөһиме – ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек һағында. Үҙ ғүмерен бер тингә лә баһаламаған аңһыҙҙарҙы йылғалар буйлап Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре байҡай.

Һауа температураһы 19 июндән бер аҙ һүрелеп, ямғырҙар яуыуын фаразлай синоптиктар, ә ҡотҡарыусылар халыҡты тик рөхсәт ителгән пляждарҙа һыу инергә, балаларға иғтибарлы булырға өндәй. Беҙ иһә телевизор ҡараусыларыбыҙға имен һәм һөйөнөслө йәйге ял теләйбеҙ!