Баш ҡалабыҙҙа яңы миҙгелдә ҡатнашырға теләүселәр өсөн кастинг ойошторолдо.
Билдәле йырсылар – Сергей Лазарев һәм Николай Басков Рәсәйҙең 5 ҡалаһында һәләтле йырсыларҙы асыҡланы. Рәсәй төбәктәренән төрлө һөнәр эйәләре булған ҡатнашыусылар йыйылған, тик уларҙы бер нәмә берләштерә – улар барыһы ла йыр-моңға ғашиҡ. Ҡатнашыусылар ижади көстәрен Сочи, Екатеренбург, Түбәнге Новгород һәм Мәскәү ҡалаларында һынаны. Ярыштың был этабын үтеүселәргә шоуҙың 6-сы миҙгелендә ҡатнашыу бәхете тейәсәк.