Был юлы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәлеү өсөн Илшат Тимерйәнов үҙ документтарын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе вазифаһына дәғүәсе “Яңы Кешеләр” сәйәси парттияһы исеменән сығыш яһай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына кандидат итеп “Ғәҙел Рәсәй — Патриоттар — хәҡиҡәт өсөн” сәйәси партияһынан Владимир Нагорный тәҡдим ителде, ә “ЛДПР”-ҙан Иван Сухарев кандидатураһы теркәлде.