Радий Хәбиров Салауат йыйынында ҡатнашты

Радий Хәбиров Салауат йыйынында ҡатнашты

Башҡортостанда 20-се тапҡыр «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы уҙғарылды. Ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды һәм республика кимәлендә үткәрелде. Байрамда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сара сиктәрендә батырҙың тыуған ауылы Тәкәйҙә «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы асылды.

Салауат районында үткәрелеп килгән «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы төбәктең төп мәҙәни ваҡиғаларының береһе. Радий Хәбиров сараны күргәҙмә менән танышыуҙан башланы. «Оран» иң яҡшы сувенир продукцияһы республика конкурсына үҙ эштәрен алып килгән һөнәрселәрҙең экспозицияларын ҡараны. Башҡортостан Башлығы инициативаһы буйынса ҡабул ителгән ғәмәли һәм һөнәрселек сәнғәтенә ярҙам итеү төбәк программаһы уларға сифатлыраҡ кимәлгә сығырға ярҙам иткән. Конкурстың төп шарты — продукция Салауат Юлаев образын, уның дәүерен йәки башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын сағылдырырға тейеш.

Сара һәр ваҡыттағыса киң мәҙәни программа менән байытылған. Әммә Салауат йыйынының йөҙөк ҡашы – ул сағыу театрлаштырылған тамаша. Уны ҡунаҡтар һәр саҡ көтөп ала. Быйыл асыҡ майҙансыҡта «Салауат вариҫтары» тамашаһы ҡуйылды.

Йыл һайын сара бер майҙансыҡта бөтә республиканан ижади коллективтарҙы берләштерә.

Һауа торошоноң был көнө айырыуса эҫе булыуына ҡарамаҫтан, артистар дәрт һәм рух менән сығышҡа әҙерләнде.

Быйылғы театрлаштырылған тамашала 700-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Тамаша милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың образын асыуға, хәрби йолаларҙы һәм Ватансылыҡты киләсәк быуынға тапшырыуға бағышлайҙар.

Байрамдың тантаналы өлөшөн асып Республика етәксеһе Башҡортостан халҡын Салауат Юлаевтың 270 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. Республика мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә көс һалған бер төркөм алдынғыларға милли батырыбыҙ исемендәге юғары награда ла тапшырҙы. Салауат Юлаев исемендәге орденға беҙҙең коллегабыҙ Флүрә Мурзина ла лайыҡ булды.

Республика башлығы «Салауат бәйгеһе» милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса спорт майҙансыҡтарын һәм турнирҙы ҡараны. Байрамда теләүсе һәр кем Суҡмар ташлау, Тарт-эт, Таяҡ тартыу ,Тартыш кеүек ярыштарҙа ҡатнаша алды.

Сараның төп ваҡиғаһы ул әлбиитә батыр тыуған Тәкәй ауылы урынында «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркын асыу.

Парктың дөйөм майҙаны 4,5 гектар, төҙөлөш хаҡы 128,5 миллион һум тәшкил итә. Был архитектураһы, ҙурлығы һәм дизайны буйынса заманса ҡарарҙар һәм технологиялар менән төҙөлгән уникаль тарихи парк. Республика башлығы сувенир продукциялары һатылған визит-үҙәкте ҡарап сыҡты һәм ошо көндән үк паркты килеүселәр өсөн асырға ҡушты.

Тәкәй ауылы быға тиклем дә халыҡта популяр була, әммә хэҙер Салауат еренә килгән ҡунаҡтар, батырҙың тормош юлы менэн таныша ала, һәм әлбиттә көс йыйып, уйланып ултырыу мөмкинлеге була.

Проект Мостай Кәримдең ”Салауат. Ете төш аша” әҫәре буйынса эшләнгән. Салауат темаһы мемориаль комплекстың бөтә биләмәһе аша үтә. Шул уҡ ваҡытта мотлаҡ шарт булып урындағы тәбиғәт үҙенсәлектәрен һаҡлау тора.