Урында һабантуйҙы билдәләп, ҡаланың тыуған көнө үткәрелде. Тантаналарҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Бәләбәйҙәге саралар тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.
Дуҫлыҡ түңәрәге. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу тәртибенең үҙ исеме лә бар. Бер түңәрәктә башҡорттар, татар менән рустар, сыуаш, мари һәм мордва вәкилдәре. Ә халыҡ ижады менән танышырға теләгән тамашасылар һаны – меңдәрсә.
Бәләбәй үҙенең “Йырсы шишмәләре” менән дан тота. Быйылғы һабантуй ҙа тап ошо биләмәлә үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был йәмәғәт урыны Башҡортостанда иң яҡшыларҙан. Тап ошо проект “Уңайлы ҡала мөхите” бөтә Рәсәй конкурсында үҙ номинацияһында беренсе урынға сыҡҡайны.
В 2018 году, оказывается, я еще сюда приехал, мы приняли решение делать. Сейчас уже в парке тысячи людей, десятки тысяч людей здесь отдыхают. Но белебеевцы, они молодцы, они еще конкурс выиграли. ))
Бәләбәйҙә йәшәүселәр махсус хәрби операция ҡатнашыусы яҡташтарын иҫтән сығармай. Урындағы ирекмәндәр маскировка селтәрҙәрен үреүҙе яйға һалған. Был эшкә ҡушылыусылар көндән-көн арта.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары менән осрашты. Ә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғәбдрәүеф Гәрәев 98 йәшен тултырһа ла, яугирҙәргә ярҙамға килергә әҙер. Бәләбәйҙең ныҡлығы - уның тырыш халҡы. Һабантуйҙа Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләп, алтын туйҙарын билдәләгән парҙарға бүләктәр тапшырҙы.
Радий Хабиров: “Сегодня, действительно, мы с удовольствием видим, что экономика района развивается, появляются новые предприятия и у людей есть работа. Мы также видим, что решаются и социальные проблемы, и Белебей, действительно, становится одним из ярких, красивых городов нашей республики”.
Бәләбәйҙең тарихи үҙәгендә тарихи үҙгәрештәр. Ҡалаға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Старогородецкий – Иҫке Ҡала скверында булды. Урындағы яңырыштар бының менән генә тамамланмай. Ҡалалағы һөт комбинатында йомшаҡ сырҙар эшләү цехын ҡоралар. Тәүге продукция быйыл көҙ сауҙаға сығарыласаҡ.