Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5 мең ярым егет әрме сафына алына

Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5 мең ярым егет әрме сафына алына

Башҡортостандан 200-ҙән ашыу егет хәрби эшелон составында Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Улар төрлө ғәскәрҙрәҙә хәрби бурысын үтәйәсәк.

Әрмегә саҡырылыусылар, һөнәрҙәренә ҡарамай, хәрби хеҙмәтте Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан пункттарҙа үтә. Махсус хәрби операцияға улар йәлеп ителмәй.

Һалдаттар Алыҫ Көнсығышта ҡоро Ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан Рәсәй Ҡораллы көстәренә бөтәһе 5 мең ярымдан ашыу егет оҙатыла. Кампания 15 июлгә тиклем дауам итә.